👨‍👩‍👧‍👦 🏠 Башҡортостанда йәшәүселәргә дәүләттән нисек тәүге иғәнәгә 216 мең һумғаса аҡса һәм 6% менән ипотека алырға? Аңлатабыҙ ✔ Нимә хаҡында һүҙ бара? Башҡортостанда «Торлаҡ өсөн аҡса йыйыу» программаһы эшләй. Уның ярҙамында дәүләттән тәүге иғәнәгә 216 мең һумға тиклем аҡса һәм йылына 6-7% менән ипотека алырға мөмкин. Әгәр быға тиклем программала мохтаждар ғына ҡатнаша алһа, быйыл 1 марттан башлап уның менән бөтәһе лә файҙалана ала. ✔ Ул нисек эшләй? Банкта махсус иҫәп асырға һәм ай һайын уға 3-10 мең һум һалырға кәрәк. Республика һеҙҙең иғәнәнең суммаһынан 30% тиклем күләмдә премия күсерә, ләкин өс мең һумдан артыҡ түгел. Аҡсаны 3-6 йыл йыйырға кәрәк. Шунан һуң һеҙ торлаҡ йәки льготалы ипотека алырға хоҡуҡлы. Программала Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәгән 18 йәштән өлкән бөтә граждандар ҡатнаша ала. Банктарға килгәндә, улар икәү - «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб». ✔ Түләүҙәр графигын боҙһам йәки йыйылған аҡсаны алырға теләһәм, нимә була? Тәүге осраҡта һеҙгә иҫкәртеү, ә һуңынан шелтә яһайҙар. Йыл дауамында дүрт тапҡыр боҙһағыҙ, һеҙҙе программанан һыҙып ташлайҙар һәм дәүләт түләгән өҫтәмә аҡсаны тартып алалар. Әгәр аҡсаның бер өлөшөн йәки тотош сумманы алырға теләһәгеҙ ҙә дәүләт ярҙамын юғалтаһығыҙ. ✔ Беренсе иғәнәгә аҡса йыйҙыҡ. Артабан нимә? Һеҙҙең льготалы ставка - йылына 6-7% менән ипотека алырға хоҡуғығыҙ бар. Ставканың аныҡ күләме кредиттың ваҡытына һәм күләменә бәйле. (!) Шуның менән бергә банк килешеүҙә теркәлгән процент ставкаһы кредитты ҡаплау осоронда үҙгәрмәй тип гарантиялай. ✔ Ләкин нюанстар ҙа бар... - кредитлау ваҡыты йыйыуҙың бер ярым ваҡытына иң. Йәғни 6 йыл йыйһағыҙ, ипотеканың максималь ваҡыты – 9; - кредит менән торлаҡ хаҡының яртыһын ғына түләргә мөмкин, ә уның күләме күпме аҡса йыйыуығыҙға бәйле, әгәр өс йыл йыйһағыҙ — 1 миллион һумдан, һәм дүрт йыл һәм унан күберәк йыйһағыҙ, 1,5 миллион һумдан ашмай; - әгәр һеҙгә ҙур сумма кәрәк икән, уны баҙар ставкаһы буйынса алырға мөмкин. ✔ Миҫал килтерергә мөмкинме? Эйе. Әйтәйек, һеҙ Өфөлә 3 миллион һумға фатир һатып алырға уйлайһығыҙ икән. Ай һайын иҫәпкә 10 мең һум күсереп, 6 йыл аҡса йыя алаһығыҙ. Алты йылдан һуң һеҙҙең иҫәптә 936 мең һум аҡса була ((72 ай * (10 меңе һеҙҙең иғәнә + дәүләттән 3 мең)). 1,5 миллион һумды банк һеҙгә 6-7% льготалы ставка буйынса бирә. Ҡалған сумманы ғәҙәти баҙар ставкаһы буйынса алырға мөмкин. Әгәр ниндәйҙер параметрҙар буйынса банктың талаптарына тап килмәһәгеҙ, созаемщиктар иҫәбенә туғандарҙы йәки дуҫтарҙы индерергә була. ✔ Ниндәй торлаҡ һатып алырға мөмкин? Фатир йәки бүлмә (шул иҫәптән икенсел) һатып алырға, өй һалырға йәки шәхси йорт өсөн ер участкаһы алырға мөмкин. Хатта алдан алынған ипотеканы ҡапларға була. ✔ Тағы нимә Әгәр һеҙ бөтә сумманы йыйҙығыҙ йәки, мәҫәлән, иҫке фатирығыҙҙы һаттығыҙ һәм башҡаса дәүләт ярҙамына мохтаж түгелһегеҙ икән, банка хәбәр итеп, нимә теләйһегеҙ, шуны һатып ала алаһығыҙ. Программала ҡатынығыҙ/ирегеҙ менән бергә ике ҡатнашыусы булараҡ теркәлергә һәм бер фатир һатып алырға мөмкин. Ләкин һәр кем айына 3-10 мең һум аҡса индерергә тейеш. ☎Һорауҙарығыҙ ҡалдымы? Республиканың ипотека-туплау механизмдарын һәм программаларын үҫтереү дирекцияһына шылтыратығыҙ +7 (347) 285-00-97

Теги:

Теги других блогов: